Czytaj książkę: «Һөйөү хаҡы»
Ҡайһы берҙә үҙеңде тутыйғош һымаҡ тояһың.
– Һаумыһығыҙ! Һеҙгә пакет кәрәкме?
– Ташлама картаһы бармы?
– Наличкамы йә картамы?
– Һатып алыуығыҙ өсөн рәхмәт! Тағы ла килегеҙ!
Шунан ҡабаттан.
– Һаумыһығыҙ! Пакет кәрәкме?
– Ташлама картаһы бармы?...
Ааааа …. Сәсең йолҡҡоларҙай булаһың шул саҡ. Ләкин эмоциялар эстә генә ҡайнай, касса алдында өйкөлгән халыҡ алдында бер ни булмағандай йылмайырға ғына тура килә. Уларҙың ғәйебе юҡ бит.
– Һеҙ миңә ике икмәк һанағанһығыҙ? Мин бер генә икмәк алдым.
– Ой, ғәфү итегеҙ. Яңылыш баҫҡанмын, ахыры.
– Әллә инде, әллә яңылыш, әллә юрамалмы…
Һүҙ ҡуйыртыу һәм нимәлер иҫбатлау урынһыҙ.
– Хәҙер аҡсаһын кире ҡайтарам, бер-ике минут ..
Сираттағы кешеләрҙең йөҙөндә ҡәнәғәтһеҙлек сағылды…Аңлашыла,бер кемдең дә артыҡ көтәһе килмәй..
Хаталы чек хужаһы, минең өтәләнгемде тойоп:
– Йә, ярай, ҡайтарып тормағыҙ… Тағы бер икмәк алам да ҡуям, - тип касса эргәһенән китте….
Мин тағы бер клиентты хеҙмәтләндергән ыңғайы, кәштәләргә тауар урынлаштырған Надяға смс яҙҙым:
“ Ярты сәғәткә генә алмаштыр әле…”
“ Ярты сәғәт оҙаҡ…”
Ярай, ун биш минут, бик булмаһа ун минут…. “
…Һалҡын һыу менән битемде бер нисә ҡабат йыуғас, әҙерәк тынысланғандай иттем. Һуңғы арала ни өсөндөр ныҡ йонсоғанлыҡ, хатта апатия тоям. Эшемдән ялҡтыммы? Биш йылға яҡын эшләйем бит инде, күп нәмә автоматик рәүештә. Әллә бүтән сәбәпме? Арығанлыҡ шулай беленәме? Бер уйлаһаң, әллә ни проблемалар юҡ та һымаҡ. Ҡыҙым аллаға шөкөр, уҡып йөрөй, үҫмер йәшендә булһа ла, башты ҡаңғыртмай… Ял көндәрендә икәүләшеп урам буйына сығалар, киноға, кафеға баралар. Ә бына яңғыҙым ҡалһам, ниндәйҙер тынысһыҙлыҡ тоям.
Ярай, әле тап ошо мәлдә был хаҡта уйларға ваҡыт юҡ. Ун минут үтте инде, эш урынына ҡайтырға кәрәк.
Бәҙрәфтән сыҡҡан ыңғайы артҡы ишек шығырлағанға шул яҡҡа күҙ һалдым. Таныш булмаған бер егет тауар ташый. Яңы йөк ташыусы ҡабул иткәндәр, ахыры. Эш хаҡы түбәнерәк булғас, ир-ат был эште үҙһенмәй, берәү китә, берәү килә… Күптәр өсөн ваҡытлыса ғына эш.
Егет, бер утыҙ йәштәрҙәлер, үҙенә төбәлгән ҡарашты тойҙо, сәләм тигәндәй ҡул болғаны. Ни өсөндөр йөрәгем келт итте, ир күргәне юҡмы…
Мин бары баш һелктем дә, ашығыс эш урынына йүнәлдем.
Ирем үлгәндән һуң, көслө зат яғына күҙ һалғаным булманы. Үлеп яраттым, тип әйтеп булмай, шулай ҙа татыу ғына йәшәнек. Илдар мине өрмәгән ергә ултыртманы, ә мин бары уның һөйөүен ихлас ҡабул иткәндермендер. Ҡыҙыбыҙ Илнара, йөҙөк ҡашылай, икебеҙҙән дә сикһеҙ һөйөүгә күмелеп үҫте. Үкенескә ҡаршы бүтән балаға уҙманым. Хәҙер был хаҡта уйлаһам, бер яҡтан һәйбәт тә… Атайһыҙ бер баланы ла үҫтереүе ҡыйын.
Миңә хәҙер 34. Сәскәләй сағым, ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә…Әхирәттәр, әйҙә берәйһе менән таныштырам, теңкәне ҡорота. Әсәйем дә димләп ҡараны бер-ике буйҙаҡ егеткә. Әммә ҡаты торҙом, ыңғайламаным. Ҡыҙым бар бит. Нисек икенсе ир менән осрашырға мөмкин!? Илнарам миңә барыһынан да мөһим. Бер ниндәй ир-егет башымды юғалттыра алмаясаҡ!
Яңғыҙлығыма өйрәндем инде. Ирһеҙ булыуым әллә ни борсомай ҙа һымаҡ. Иптәшкә бынамын тигән ҡыҙым бар. Ләкин һуңғы арала уныһы ла бергә ваҡыт уҙғарыуҙан баш тарта башланы. Бүлмәһенә йыш ҡына бикләнә. Аптырағандан интернеттан яуап эҙләнем. “Үҫмерҙәр шулай була торған, сепарация осоро, йәғни атай әсәй ҡарамағынан сыға торған ваҡыт - ул 14 йәш.”
Ҡай арала үҫеп етте икән? Әле генә итәгенә тағылып йөрөй торғайны, хәҙер бүлмәһенән дә сыҡмай. Хатта ашын да шунда ташый.
Ҡыҙын мәктәпкә оҙатҡандан һуң, кире ятып торғайным, йоҡлап киткәнмен. Бына әле саҡ йоҡонан тороп, иртәнге сәй йәһәтләгән ыңғайы шундай үҙ тормошом хаҡында уйҙарға баттым...
Әйләнә-тирәһендә уның һымаҡ парһыҙ бер кем дә юҡ. Ирҙә булмағандар мотлаҡ кем менәндер осраша.
– Әйт әле, нисек ирһеҙ көн итәң, ә? Как без мужика? Ҡәһәрең, кисен берәйһе ҡосағына алмаһа, йоҡлай алмайым.
Ухажерҙаын бирсәткә урынына алмаштырған хеҙмәттәшем Надежда шулай ти ҙә һамаҡлай. Элегерәк аҡлана торғайным, йәнәһе лә, ҡыҙым бар, ваҡытым юҡ тип. Хәҙер йылмаям да ҡуям. Был донъяға һәр кем үҙ күҙлегенән ҡарарға хаҡы бар. Кемгәлер һәр саҡ юлдаш, пар кәрәк, ваҡытлыса булһа ла, ә кемдер бер үҙе лә бошмай.
Ысынлап та бошмаймы икән? Ҡайһы бер ҙә урам буйында эргәһенән көлөшөп үткән парҙар артынан ҡарап ҡала торғанмын. Көнләшәмме? Әллә һөйөүгә танһығым үҙен белгертәме?
Ҡабаттан ғашиҡ булыу, хатта кейәүгә сығыу енәйәт түгел инде. Ләкин ни өсөндөр мин үҙемде икенсе ир менән күҙ алдыма килтерә алмайым. Бәлки тәғәйен кеше осрамағандыр әле. Артымдан һуҡҡылаған егеттәр булды инде, булманы түгел. Ләкин уларҙың ҡыҙыҡһыныуын кире һуҡтым, осрашып маташып та торманым. Мәрхүм иремдең хәтерен таплағым килмәнеме? Атаһын үлеп яратҡан ҡыҙымды рәнйетермен тип тә ҡурҡҡанмындыр…
— Понимаешь, Лялечка, сексһыҙ йәшәү һаулыҡҡа зарарлы, ишеткәнең бармы?
— Кит юҡ менән башты ҡатырма, Надя, һинең уйыңда гел шул булыр инде…
— А че, мин ирекле ҡатын, ғүмер бер генә, ләззәт алып йәшәүҙән бер кем тыя алмай…
— Һин хаҡлы, әлбиттә, ләкин миңә һинең ысул тап килмәйҙер ул…
— Күреп тор ғашиҡ булырһың, һәм мине аңларһың…
Надя менән шул кисәге һөйләшеү ҙә тынғы бирмәйсе. Ғашиҡ булырға хоҡуғы бармы минең? Яуап таба алмайым әле был һорауға.
Күренеп тора, был егет тренажер залына йөрөй, ахыры. Янбаштарының рельефы униформа аша ла тойола. Кәштәләргә тауар урынлаштырған яңы хеҙмәттәше артынан күҙәтеү дөрөҫ түгелдер ҙә. Ләкин, ни өсөндөр ҡараштарым менән шуны һағалап ултырам касса артынан. Был нимә? Беренсе булып бер ҡасан да ир-егет менән ҡыҙыҡһынған юҡ ине. Точно, аҙған. Хистәрен бутаған уйҙарҙан арынырға теләгәндәй күҙҙәрен йомоп, башымды өйрөлтөп алдым. Тиҙҙән магазин һатып алыусылар менән тулыр.Әҙер булырға кәрәк.